нугуман мусин биография на башкирском языке

Мусин Ноғман Сөләймән улы

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

Мусин Ноғман Сөләймән улы

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981);
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)

Мусин Ноғман Сөләймән улы (17 июль 1931 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). 1958 йылдан — КПСС, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.

Йөкмәткеһе

Биографияһы [ үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә ]

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы [1] Ҡолғона ауылында тыуған. 1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Ижады [ үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә ]

Ноғман Мусиндың тәүге ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.

Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау.

1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа.

«Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.

Китаптары [ үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә ]

Источник

Презентация : Ноғман Мусин ижады

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

Описание презентации по отдельным слайдам:

Ноғман Сөләймән улы Мусин (17 июль 1931) — башҡорт прозаигы, журналист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош юлы Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ҡолғона ауылында тыуған. 1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Ижады Ноғман Мусиндың тәүге ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.

Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау. 1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа. «Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.

Китаптары Зөһрә. 1960 й. Ғорурлыҡ. 1962 й. Ауылым юлы. 1963 й. Кеше йылмая. 1965 й. Ер биҙәге. 1967 й. Беҙ ауылдаш малайҙар. 1968 й. Өҙәрем юл кешеләре. 1970 й. Һинең мөхәббәтең. 1972 й. Аҡ юл һиңә. 1973 й. Һайлап алған яҙмыш. 1974 й.

Мәңгелек урман. 1-се китап. 1975 й. Мәңгелек урман. 2-се китап. 1978 й. Ғүмерҙең бер мәле. 1979 й. Зәңгәр тауҙа аҡ болан. 1980 й. Ер биҙәге. 1981 й. Төнгө усаҡ яҡтыһы. (Яңы вариант). 1983 й. Еҙ ҡыңғырау. 1986 й. Кеше һуҡмағы. 1987 й. Таң менән сыҡ юлдарға. 1988 й. Ихлас күңелдән һөйләшеү. 1990 й.

Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том.1992 й. Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том. 1993 й. Һунарсы хикәйәләре. 1995 й. Йыртҡыс тиреһе. 1995 й. Шунда ята батырҙар һөйәге. 2001 й.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981) Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1991) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)

Источник

Башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдар, үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. Тәүҙә үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Ҡолғонаға уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай. «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай. Һуңыраҡ ул башлыса үҙе тыуып үҫкән мөхит, тормош һәм шунда көн күреүсе кешеләр хаҡындағы әҫәрҙәре менән таныла. Ноғман Мусин — үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәшә. Хикәйәләре, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һ.б. повестары, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа — аҡ болан» романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.
Уның повесть һәм романдарына нисәмә быуын уҡыусылары һоҡланыуҙан туҡтамай. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

Источник

Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль районы Ҡаныҡай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Башҡарҙы:Ҡаныҡай урта мәктәбенең

Етәксеһе: Ҡаныҡай урта мәктәбенең

башланғыс кластар уҡытыусыһы

Айытова Гөләмзә Мөхәрәм ҡыҙы

1. Ноғман Мусиндың биографияһы менән танышып, уның нескә күңелле, кешеләрҙе, тәбиғәтте иҫ киткес аңлап яҙыусы әҙип булып формалашыуының сәбәптәрен асыҡлау.

2. 4-се класта үтелгән хикәйәләренә байҡау яһап, уның тәбиғәт һаҡсыһы, башҡаларҙы шуға өндәүсе яҙыусы икәнен дәлилләү.

IV.Ҡулланылған әҙәбиәт 9

Һаумыһығыҙ! Мин Ҡаныҡай урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Сәфәрғәлиева Радмила буламын.Һеҙҙең иғтибарығыҙға үҙемдең фәнни-тикшеренеү эшемде тәҡдим итәмен.

Кеше йәнле тәбиғәткә инә, шуның өсөн кеше һәм тәбиғәт айырылғыһыҙ бер бөтөн булып тора.Ул тәбиғәтһеҙ йәшәй алмай.Йәшеллек, үҫемлектәр, йәки Ноғман Мусин буйынса урман тәбиғәттең мөһим бер өлөшө.Сөнки тирә-яҡты өйрәнеү дәрестәрендә беҙ йәнле тәбиғәттән тик үҫемлектәр генә йәшел япраҡтарында ҡояш нуры ярҙамында органик матдәләр эшкәртә алыуын үттек.(фотосинтез) Ә кеше ул органик матдәләрҙе үҫемлектәрҙе ашап ҡына үҙ организмына туплай. Тәбиғәт һаҡсыһы бына нимә ти: «Урман –биҙәк. Изге ер биҙәге.Ә ер мәңгелек.Шуға уның биҙәген уңдырмау өсөн айырыуса һаҡ ҡыланырға кәрәк»

Минең уйымса (фаразлау-гипотеза) Ноғман Мусиндың билдәле яҙыусы булып китеүенә уның күп уҡыуы, белемгә ынтылышы, нәҫелдән килгән һәләттәре, бала сағында күргән-белгәндәре сәбәпсе булғандыр.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты: Ноғман Мусин –тәбиғәт һаҡсыһы, матурлыҡ йырсыһы икәнде иҫбатлау.Ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк.

1)Ноғман Мусиндың биографияһы менән танышып, уның нескә күңелле, кешеләрҙе, тәбиғәтте иҫ киткес аңлап яҙыусы әҙип булып формалашыуының сәбәптәрен асыҡлау.

2)4-се класта үтелгән хикәйәләренә байҡау яһап, уның тәбиғәт һаҡсыһы, башҡаларҙы шуға өндәүсе яҙыусы икәнен дәлилләү.

Тикшеренеү эшенең алымдары

1.Интернет селтәре аша мәғлүмәттәр туплау.

2.Фәнни әҙәбиәтте өйрәнеү.

3.Ауыл, мәктәп китапханаһында булған әҫәрҙәре тураһында белешмә алыу.

4.Төрлө (аңлатмалы, топонимик. ) һүҙлектәр менән эшләү.

6.Һорауҙарға яуаптар алыу.

Эшемдең практик әһәмиәте:

Мин үҙемә күп яңы фәнни информация аласаҡмын. Уны дуҫтарым, класташтарым, атай –әсәйем менән уртаҡлашасаҡмын.Фәнни стилдә эш итә белергә, үҙ телемдә яҡшыраҡ һөйләшергә өйрәнергә ярҙам итәсәк.Белемле, тыуған илен, ерен яратҡан, ниндәй һөнәр эйәһе булып китеүемә ҡарамаҫтан, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы шәхес булып үҫеүемә ярҙам итәсәк.

Буласаҡ Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Ҡолғона ауылында тыуған.

Атаһы Сөләймән бик һәйбәт балта оҫтаһы була. Вафат булыр алдынан ҡатынына: «Вәсилә, Ноғманды әйбәт итеп уҡыт. Ул ябай кеше түгел»- тип өндәшкән. Әммә дүрт баланы (әҙиптең өс апаһы була: Нәфисә, Мәфрүзә, Нәзилә) тол ҡалған ҡатынға аяҡҡа баҫтырырға ауыр булһа ла, иренең әйткән һүҙҙәрен тулыһынса үтәгән. «Атанан күргән уҡ юнған»- ти халыҡ. Ноғман ике йәшендә генә атайһыҙ ҡалһа ла, атаһында булған бөтә матур сифаттар уға күскән. Етмәһә, балта оҫтаһы булыуы ла атаһынан. Иң беренсе ул үҙ ҡулдары менән 1969 йылда өй һала. Өй эсендәге йыһазды: өҫтәл, ултырғыстарҙы ла үҙе яһай. Әлеге ваҡытта тик тора белмәгән оҫта, баҡсаһындағы бынамын тигән ике йортто ла үҙе һалып, зауыҡ менән биҙәгән. Яҙыусының әсәһе Вәсилә- бик тә аҡыллы, дини ғилемле булған. Ниндәй генә саҡта ла биш намаҙын ҡалдырмаған. Кәштә тулы дини китаптар булған.

Ноғман Мусин тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай.

Әсәһенең фатихаһын алып, 1949 йылда- Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Барлыҡ фәндәр уға еңел бирелә. Тап студент саҡта Ноғман Сөләймән улы шиғырҙар яҙа башлай. Нисә йылдар буйы күңелендә йөрөткән хистәрҙе ул шиғыр юлдарына һала.

Ул ваҡыттарҙа институтта уҡытҡан билдәле яҙыусы, һуңынан яҙыусылар Союзы рәйесе Хәким Ғиләжев Ноғман Мусинды әҙәбиәт кешеһе итеп күрә. Студентының шиғырҙарын уҡығас, ул: «Иптәштәр, башҡорт поэзияһында бығаса булмаған шағир тыуа»- тип әйтә. Ысынлап та, институт стеналарында бығаса булмаған бөйөк шәхес- әммә шағир түгел, ә алдынғы яҙыусыларҙың береһе тыуған була.

1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында әрме сафына алына. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.

Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, Ағиҙел журналында – бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан Совет Башҡортостаны гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, БАССР- ҙың яҙыусылар Союзында әҙәби консультант булып эшләй.

Ноғман Мусиндың әҫәр геройҙары- беҙҙең замандаштар. Уның «Нөгөш ярҙарында» хикәйәһе, «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Өҙәрем юл кешеләре», «Төпкөлдән төшкән килен», «Ер биҙәге» повестары ауыл тормошона, уның кешеләренә, көнкүрештәренә бағышланған.

Ноғман Сөләймән улы- тәбиғәт һаҡсаһы. Ҡуйы урмандар, бейек тауҙар уратып алған ерҙән булғанғамы, ул бала саҡтан тәбиғәттең көсөн һәм матурлығын тойоп үҫә. Ун йәшлек малай сағында ҡәһәрле һуғыш башлана. Тап ошо ваҡытта ул тыуған ер, тәбиғәт, урмандар кешене ҙур бәләнән ҡотҡарыусы, һаҡлаусы тигән фекерҙе ғүмерлеккә үҙенә һеңдерә. Иң элек ул халыҡтың йырҙарында, ҡобайырҙарында, легендаларында тыуған тәбиғәтен данлағанын, маҡтағанын ишетеп үҫә. Шуға күрә Ноғман Мусиндың бынан ярты быуат элек сыҡҡан әҫәрҙәре тыуған еренә, ер һәм урман эшсәндәренә юҡҡа бағышланмағандыр («Зөһрә», «Ер биҙәге» повестары, «Мәңгелек урман» дилогияһы).

Урман уның өсөн йәшәү сығанағы ғына түгел, ә ер матурлығы булып ҡала. 1970 йылдар башында Ноғман Сөләймән улы яҙыусыларҙан тәүге булып, башҡорт урмандарын һаҡлау һәм ҡотҡарыу кәрәклеге тураһында яҙа. Үҙ заманында яҙыусының был саҡырыуҙары хупланылмай. Ә бөгөнгө көн күҙлегенән сығып ҡарағанда, ул ваҡытта уҡ яҙыусы ниндәй һиҙгер һәм зирәк, алдан күрә белеүсән булғанлығын аңлайбыҙ!

Тәбиғәт темаһы уның ике томлыҡ «Мәңгелек урман»(1976) романында күҙәтелә. Күп очерктарында, хикәйәләрендә, повестарында, романдарында ул урманды һаҡларға, был тәбиғәт байлығы менән ипле ҡыланырға саҡыра.

«Мәңгелек урман» дилогияһы башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу йондоҙо. Был әҫәр үҙ эсенә ике быуат ваҡиғаларын һыйҙырған. Башҡорт халҡының йәшәйеше урмансылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ менән бәйле икәнен һүрәтләй. «Мәңгелек» һүҙенең мәғәнәһе киң: кеше йәшәй икән, урман да йәшәй. «Урман – кешеләр булғанда ғына урман, урман – халыҡ кеүек үк мәңгелек»- тигән фекер үҙәк проблема булып тора.

Ноғман Мусиндың төп әҫәрҙәре совет «торғонлоғо», әҙәбиәт идеологияһының сәскә атҡан ваҡытында яҙыла. Был ваҡытта күп яҙыусыларҙың төп темаһы булып- кеше түгел, ә производство темалары була. Әммә Ноғман Мусин конкрет кешенең эске тормошо, һөйөү һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашы тураһында яҙа. Тап ошо ҡыйыулығы өсөн әҙипте халыҡ ярата ла инде. Ни өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме, Советтар Союзы тарҡалғас, 2001 йылда ғына бирелгәне асыҡ аңлашыла.

Ноғман Мусин, ҙур күләмле эпик әҫәрҙәр яҙып, үҙен ысын мәғәнәһендә оҫта итеп халыҡҡа танытты. Уның «Өҙәрем юл кешеләре» тигән романы, «Ауылым юлы» повесының темаһын дауам итә: заман ауылы, уның киләсәге, кешеләрҙең тыуған ауылына ҡарата яуаплылығы.

Ауыр һәм ҡытыршы, әммә тормошта теләгән юлды һайлау уйы яҙыусының «Һайлап алған яҙмыш» романында яңғырай. Романдың геройҙары еңел булмаған, оҙон юлды үтәләр. Ул юл илдең тарихында булған- Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы.

Яҙыусы «Зәңгәртауҙа- аҡ болан»(1980), «Яҙғы ташҡындар алдынан»(1985), «Таң менән сыҡ юлдарға»(1988) трилогияларын яҙа. Туҡһанынсы йылдарҙа уның замана романы «Һуңғы солоҡ», тарихи роман булған «Алдар батыр», «Йыртҡыс тиреһе» тигән повесы һәм «Ике ир һәм бер ҡатын »тигән әҫәрҙәре сыға.

Ноғман Мусиндың ижады менән Рәсәй уҡыусылары ла бик яҡындан таныш- Мәскәүҙә уның төрлө йылдарҙа ике томда «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа- аҡ болан» романдары донъя күрә. Яҙыусының әҫәрҙәре татар, яҡут, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәренә тәржемә ителде. 2019 йылда әҙиптең әҫәрҙәренең 12-се томы сыҡты. (Ҡаныҡай ауыл китапханаһында яҙыусының бөтә том әҫәрҙәре лә бар)

Ноғман Мусиндың 70 йәшенә ҡарата тыуған ауылы Ҡолғонала ижад йорто асылғайны. Был күркәм йортта бик күп экспонаттар, архив документтары, яҙыусының автографлы китаптары тупланған.

Яҙыусы- ғаиләһендә хәстәрлекле, абруйлы атай, оҙаҡ йылдар ауырыуға дусар булған ҡатыны Фәһимә инәйгә оло терәк булды. Һуңғы йылдарҙа ҙур ҡайғылар кисерергә тура килде Ноғман Сөләймән улына: ғүмер юлын бергә үткән тормош иптәше, күп тә үтмәй оло ҡыҙы Фәрзәнәне юғалтыуы, бигерәк ауыр булғандыр. Нисек кенә булмаһын, ул төшөнкөлөккә бирелмәй, сафта ҡала. Кесе ҡыҙы Гөлшат, кейәүе Ринат менән бергә Өфөлә йәшәйҙәр. Уҡыусылар, студенттар менән осраша, гәзит- журнал биттәрендә лә йыш сығыш яһай мәшһүр яҙыусы.

Ноғман Сөләймән улы Мусин- замана яҙыусыһы. Яҙыусы хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнде, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе.

Ноғман Мусин бөгөн дә күңелендә романтик яҙыусы булып ҡала. Тыуған ере уға, кешеләргә ауыр ваҡыттарҙа йәшәргә көс биргән үҙе бер мөғжизә. Ул һаман да Зәңгәртауҙа аҡ болан йәшәүенә һәм шунда һөйөү тыуыуына, матур теләктәр менән яҡты киләсәккә өмөт барлығына ысын күңелдән ышанып йәшәй.

4-се кластың әҙәби уҡыу дәреслегендә яҙыусының «Етемәк болан балаһы», “Ҡарағай башында бер төн»,”Ҡоралайҙар», “Тәмле тамаҡ һуҫар» хикәйәләре бирелгән.

Урман халыҡты туҡландырыу сығанағы ғына түгел, ә эске донъябыҙҙы, эске кисерештәребеҙҙе байытыусы ла, хәҙерге заманда психик ауырыуҙарҙы дауалаусы ла.Кеше матурлыҡҡа һоҡланып, ауыр кисерештәренән арынып, үҙен һаҡлап ҡала ала. Ләкин матурлыҡҡа һоҡланырға ғына түгел, ә уны яҡлай ҙа белергә кәрәк. “Ҡоралайҙар» хикәйәһендә Ноғман Мусин Әбделнәғим бабай исеменән һөйләгәндәрен йомғаҡлап, һығымта яһап ҡуйырға онотманы:

___Бына шулай, улым, кешенең дә,кейектең дә – һәр нәмәнең уғата матуры була.Тик матурлыҡ ул һоҡланыу,ҡыҙығыу өсөн генә түгел,уның ҡәҙерен дә белергә кәрәк.

Минең алдан күҙаллауым дөрөҫкә тура килде.Күренекле педагог, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың ысын мәғәнәһендә оло Аҡ инәһе Мәрйәм Бураҡаева фекеренсә кеше тыуған ер, тирә-яҡ мөхит менән күҙгә күренмәҫ еп, яҡтылыҡ нуры менән тоташҡан.Ноғман Мусиндың тәбиғәттең нескәлектәрен, кейек-йәнлектәрҙең тормошон мауыҡтырғыс итеп яҙыусы В.Бианки, Н.Сладков, К. Паустовский менән бер рәттән, Рәсәй күләмендә киң танылыуы ошо үтә күренмәҫ яҡтылыҡ нурҙары, тыуған еренә тоғролоғо менән бәйле.Ул әле лә тыуған ауылынан айырылмай.Өфөлә йәшәһә лә, ауылда үҙ йортон һалып,бөтә туғандары менән аралашып,хәлдәрен белешеп,ярҙам ҡулы һуҙып йәшәй.Сөнки уның йәшәү нурҙары ошо ергә береккән,ошо ерҙә сорналған.

Дәрестә үтелгән хикәйәләрен ҡат-ҡат уҡып, мин Ноғман Мусиндың Әбделнәғим бабай образы аша беҙҙе матурлыҡты күрә белергә,хатта йыртҡыс йәнлектәрҙең дә матур булыуына, уларҙың да тәбиғәттә кәрәклегенә ышандым.Ҡоралайҙарҙы ҡыш сығарып, үлемдән һаҡлап ҡалып,етемәк болан балаһын үҫтереп изгелек эшләргә өйрәтте.Ләкин кешеләр араһында йыртҡыстан да яманыраҡтары бар икәнен дә иҫкәртте.Ошо матурлыҡты һаҡлай белергә, аң кимәлебеҙҙең үҫеүен теләгәнен аңланым.

А.А.Вахрушев. Тирә-яҡты өйрәнеү дәреслеге. 3-сө класс.Мәскәү. «Баласс» 2012

Гульнур Якупова. «Заветы Красной книги» Уфа «Китап» 2013

Русско – башкирский словарь. Москва «Советская энциклопедия» 1964

Ф.Ш.Сынбулатова,Ә.Т.Мәүлийәрова Әҙәби уҡыу. 4-cе класс.Өфө «Китап» 2017

Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

Онлайн-конференция для учителей, репетиторов и родителей

Формирование математических способностей у детей с разными образовательными потребностями с помощью ментальной арифметики и других современных методик

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

также Вы можете выбрать тип материала:

Краткое описание документа:

Источник

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

Мусин Нугуман

Заслуги: Заслуженный работник культуры Башкортостана (1981). Удостоен Республиканской премии им. С. Юлаева (1991)., ему присвоено звание «Народный писатель Башкортостана» (2001).

Нугуман Сулейманович Мусин родился 17 июля 1931 года в деревне Кулгуна Макаровского, ныне Ишимбайского района. В 1947 году окончил среднюю школу, два года работал учителем в родной деревне. В 1949-1951 гг. – студент Стерлитамакского учительского института. Работал инспектором отдела народного образования. В 1951 году был призван в армию. Заочно окончил филологический факультет Башгосуниверситета. Первые стихи начали появляться в республиканской печати и в журнале «Агидель» в период его службы. В 1953 году он поступил на работу в редакцию газеты «Совет Башкортостаны», а затем вернулся в родную деревню и в течение четырех лет работал учителем. В 1958 году начал работать литературным сотрудником, ответственным секретарем журнала «Эдэби Башкортостан», литературным консультантом Союза писателей БАССР.

Н. Мусин начал писать стихи еще в студенческие годы, но свое признание он нашел в прозе. Первый его рассказ «Мой друг» появился в 1954 году. С тех пор писателем созданы многочисленные рассказы, очерки, повести, романы.

Герои его произведений – наши современники. В его творчестве значительное место занимают произведения, написанные о деревне, о ее людях. Н. Мусин – страстный защитник природы, леса. Во многих очерках, рассказах, повестях, романах он выступает за сохранение и умелое использование этого богатства. Этой теме посвящены повесть «Зухра» (1956), «Вечный лес», «Краса земли» и др. В последние годы Н. Мусин продолжил работу над крупными эпическими произведениями. Им опубликована трилогия «Белый олень на Синь-горе» (1980), «Перед половодьем» (1985), «Выходи в путь на заре» (1988). В 90-е годы им опубликован современный роман «Последняя борть», исторический роман о башкирском батыре Алдаре Исякаеве «Здесь лежат кости батыра», повести «Звериная шкура», «Двое мужчин и одна женщина» и др.

Мусин Н. – видный прозаик современной башкирской литературы. Член Союза писателей с 1963 года.

Источник

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *